Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Апрель 2025, 11:24

Арыҫлан - спорт мастерлығына кандидат

Белорет ҡалаһының олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арыҫлан Минһажевҡа Башҡортостан Республикаһы Спорт министры бойороғо менән пуля менән атыу буйынса "Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат" разряды бирелде.

Арыҫлан - спорт мастерлығына кандидат
Арыҫлан - спорт мастерлығына кандидат

13 йәшлек Арыҫлан пуля менән атыу менән 2,5 йыл тренер Анатолий Посаженниковта шөғөлләнә.

Арыҫланды, ата-әсәһен һәм тренерын лайыҡлы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да спорт ҡаҙаныштары теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас