Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Апрель 2025, 16:57

Карина - Донъя чемпионаты призеры

Белорет тау саңғысыһы Карина Закирова мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында тау саңғыһы спорты буйынса “Virtus” донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы.

Карина - Донъя чемпионаты призеры
Карина - Донъя чемпионаты призеры

Ярыштар Францияның Тинь тау саңғыһы курорты трассаларында 30 марттан 5 апрелгә тиклем үтте. FIS трассаларында үткән ярыштарҙа 12 ил спортсыһы, шул иҫәптән Рәсәй саңғысылары ла сығыш яһаны. Карина Закирова супер-гигант, гигант слаломы һәм комбинация дисциплиналарында чемпионаттың өс тапҡыр бронза призеры булды.

Үҙенсәлекле чемпион Белоретта күп балалы ғаиләлә тыуған. Бәләкәйҙән тау саңғыһы спорты менән мауыға башлай. Беренсе тренеры атаһы ҡыҙҙа саңғы спортына һөйөү тәрбиәләй һәм нигеҙҙәрен төшөндөрә. 2016 йылда Карина Закирова Белорет коррекцион мәктәбенә II класҡа уҡырға килә, ә бер йылда алда спорт секцияһында шөғөлләнә башлай. Бөгөн спортсы Х класты тамамлай, имтихандарға әҙерләнә, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. 2024 йылдың февралендә “Спорт мастеры” исеменә лайыҡ була.  

Францияла үткән турнирҙа 12 ил вәкиле ҡатнаша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был донъя чемпионаты ун йыл эсендә Рәсәй спортсылары ҡатнашҡан беренсе ярыш була. Ярыштар кимәле менән танышыу бурысы ғына ҡуйылһа ла, Карина барыһын да хайран ҡалдырып, бер-бер артлы миҙалдар яулай.

“Башҡа спортсылар минән күпкә көслөрәк кеүек тойола ине. Трассала йығылырмын, тип борсолдом. Бар теләгем финиш һыҙығын уңышлы үтеү ине. Был еңелдән булмаған ярыштарҙа урындар яулауым менән шатмын”, - ти спортсы.

“Әлбиттә, Карина өсөн билдәле бер тәжрибә. Бындай донъя старттарында тәүге тапҡыр ҡатнаштыҡ. Һәм, әлбиттә, беренсе тәжрибә булараҡ, пьедесталға яҡын ғына булһа ла етеүгә иҫәп тоттоҡ. Асылда, Рәсәй күләмендәге ярыштарҙа һәр ваҡыт яҡшы шыуа һәм призер, чемпион була килде. Шуға күрә пьедесталға күтәрелеү - был инде минең өсөн шатлыҡ ине, - ти тренеры Татьяна Кошелева тәрбиәләнеүсеһе менән ғорурланып.

Спортсыны әҙерләү остазы Татьяна Кошелева һәм тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Кристина Коваленко етәкселегендә тормошҡа ашырыла. Был уңыш Карина өсөн генә түгел, ә бөтә төбәк өсөн дә әһәмиәтле ҡаҙаныш булып тора, ул Рәсәй спортсыларының халыҡ-ара аренала потенциалын һәм талантын күрһәтә.

Автор:
Читайте нас