Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май 2025, 15:57

“Бөркөт”тәр – икенсе

Сермәндең "Бөркөт" хоккей командаһы Магнитогорскиҙағы “Металлург” аренаһында үткән шайбалы хоккей буйынса турнирҙа ҡатнашты.

“Бөркөт”тәр – икенсе
“Бөркөт”тәр – икенсе

Ярыштарҙа һигеҙ команда көс һынашты. Турнирҙың хәл иткес матчында Сермән хоккейсылары Магнитогорск ҡалаһының "Стальные Ежи" командаһы менән осрашып, почетлы II урын яуланы. Спортсылар кубок һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Команда капитаны Илнар Ғәлимшин турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылды.

Хакимиәт сайтынан. 

Автор:
Читайте нас