Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2025, 13:26

Көрәшселәр келәмгә сыҡты

10 майҙа Өфөләге Римма Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә 2011-2013 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса республика Беренселеге үтте.

Көрәшселәр келәмгә сыҡты
Көрәшселәр келәмгә сыҡты

Ярыштар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналып,  II Төбәк-ара хәрби-спорт фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Майҙанға республиканың 15 ҡала һәм район командаларынан 115 спортсы сыҡты.

Белорет спорт мәктәбе исеменән алты Абҙаҡ көрәшсеһе келәмгә баҫты. 46 килограмм ауырлыҡ категорияһында Илсиә Ғүмәрова – I, 40 килограмм ауырлыҡ категорияһында Карина Әмирханова, +57 килограмм ауырлыҡ категорияһында Амелия Заһиҙуллина II урындарҙы яуланы. Рөстәм Хисаметдинов (55 кг ауырлыҡ категорияһы) III урын алды. Мөслим Әхмәҙин (42 кг) һәм Арыҫлан Сиражетдиновтың (55 кг) еңеүҙәре алда әле.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас