Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июнь 2025, 10:14

Бронза - Белорет спортсыһында

Рәсәй беренселегенең бронзаһы - Белорет велосипедсыһы Дарина Волковала!

Бронза - Белорет спортсыһында
Бронза - Белорет спортсыһында

Уҙған ял көндәрендә Бөрө районында 15-16 йәшлек ҡыҙҙар араһында велоспорт (шоссе) буйынса Рәсәй беренселегенең финал этабы булған 15 саҡрым оҙонлоғондағы шәхси уҙыш тамамланды. Көсөргәнешле көрәштә Белорет районының олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дарина Волкова өсөнсө урын яуланы!

Дарина ярыштың бөтә дүрт этабын үтеп, яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Ул бик яҡшы физик әҙерлек, тактик оҫталыҡ һәм хатта ҡатмарлы һауа шарттарында ла юғары тиҙлекте һаҡлап ҡалыу һәләтен күрһәтә. Спортсыны, уның ата-әсәһен һәм тренеры Андрей Михайловты ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас