Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Июль 2025, 15:23

Һеҙ иң яҡшылары!

Белорет районы велосипедсылары Өфө трассаһын яуланы.

Һеҙ иң яҡшылары!
Һеҙ иң яҡшылары!

Уҙған ял көндәрендә Өфө ҡалаһында велосипед спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы Беренселегенә шоссе уҙыштары уҙҙы. Бында төбәктең төрлө мөйөштәренән спортсылар йыйылды, улар көсөн, сыҙамлығын һәм велосипедта йөрөү оҫталығын күрһәтте.

Ике көн рәттән спортсылар юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, призлы урындар яуланы.

Роман Климов - бронза һәм көмөш, Руслан Хөсәйенов – бронза, Дарина Волкова – ике алтын, Алексей Ручкин – көмөш һәм алтын, Диана Хәлитова – ике көмөш, Вадим Йыһанов – ике көмөш, Роман Сухов һәм Альберт Сәғитов бронза миҙалдар яуланы.

Спортсыларҙы яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға яңы үрҙәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия һәм алда сикһеҙ еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас