Ҡаланың 3-сө мәктәбендә урынлашҡан бокс залында йәш спортсылар, тәжрибәле остаздар етәкселегендә, бокс техникаһын һәм тактикаһын үҙләштереүҙән тыш, ихтыяр көсөн, дисциплина һәм еңеүгә ынтылыш та тәрбиәләй.
18 йыл дауамында райондың олимпия резервы спорт мәктәбенә ҡараған бокс секцияһы уңышлы эшләп килә. Бөгөн бында 100-ләгән ҡыҙ һәм малай бокс менән шөғөлләнә. Тәжрибәле тренерҙар Джагфар Джиганчин, Аркадий Сухов һәм Эдуард Йәғәфәров тәрбиәләнеүселәрен бәләкәйҙән ныҡлы, сыҙам, көслө итеп тәрбиәләй. Хәйер, был спорт төрө менән шөғөлләнгәндә башҡаса булыу мөмкин дә түгел. Йәш спортсыларҙың төрлө ярыштаҙа ҡатнашыуы ихтыяр һәм физик көстө арттырыуға ныҡлы ерлек булып тора. Уларҙың ҡул аҫтында шөғөлләнеүселәр юғары ҡаҙаныштарға ирешеп, район данын республика, округ һәм ил күләмендә яҡлап, үҙҙәрен көслө спортсы итеп танытты ла инде.
26 сентябрҙә Өфөлә Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев һәм Рәсәй Бокс федерацияһы ярҙамында ойошторолған “IBA.PRO 9” турниры үтәсәк. Был спорт сараһында башҡорт боксы йондоҙҙары Артур Собханкулов, Азалия Әминева һәм Данис Ғабдрафиҡов айырым иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Аркадий Сергеевич белдереүенсә, райондың йәш спортсылары ла әлеге ҙур ваҡиғаға шаһит булыу бәхетенә эйә буласаҡ. Ошо кимәлдәге алыштарҙы күреү, чемпиондарҙың тактикаһын анализлау һәм уларҙың хаталарын иҫәпкә алыу - йәш спортсыларға баһалап бөткөһөҙ тәжрибә. Бигерәк тә, башҡорт спорты йондоҙо Азалия Әминева менән бер рингта алышырға теләгән Кристина Ғәниева өсөн. Белорет педагогия колледжы студенты, ике спорт төрөндә спорт мастерлығына кандидат Кристина артабан да яҙмышын спорт менән бәйләргә уйлай. Спортсы Краснодар, Ҡазан, Ырымбур һәм Өфө спортсылары менән рингка сығыр инем, ти. Көслө дәғүәселәр ти ул.