-4 °С
Болотло
— Беҙҙең Көрәш һарайы йәнә донъя спортсылары үҙенә йыйҙы. Рәсәйҙең Спорт министрлығы һәм Халыҡ-ара билбау көрәше федерацияһы тап беҙҙең республикала ошо сараны үткәреүҙе ышанып тапшырҙы. Абруйлы турнир Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһына нигеҙ һалған яҡташыбыҙ Риф Ғәйнанов иҫтәлегенә арнала, — тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Ярыштар донъяның 20 иленән 150 көрәшсе, шулай уҡ Италия, Белоруссия, Грузия, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡаҙағстандан билбау көрәше һәм милли спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара федерациялар вәкилдәре делегацияһы ҡатнаша.