-4 °С
Болотло
Яҡташыбыҙ донъя беренселегендә дүртенсегә еңде. 2023 йылда ғына Олимпия Ҡаҙағстанда донъя чемпионатында икенсе урынды алған ине.
Фуджейра ҡалаһында (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) үткән турнирҙа Башҡортостан көрәшселәре бөтәһе 8 миҙал менән бүләкләнде. Алина Пухова, Дарья Щетинина, Илфаҡ Ибәтуллин һәм Денис Ускомбаев көмөш миҙал алды. Анастасия Белаш һәм Турал Акиф улы Азимов «бронза»ға лайыҡ булды.
Чемпионканы, уның тренерын һәм ошо абруйлы донъя турниры пьедесталына күтәрелгән бөтә яҡташтарыбыҙҙы - Башҡортостан вәкилдәрен ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!