Галина Евгеньевна БОГОМОЛОВА 1977 йылдың 15 октябрендә Белоретта тыуған. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары, ирле-ҡатынлы Татьяна һәм Евгений Сенченколарҙың ҡул аҫтында тәрбиәләнгән яҡташыбыҙ 1996 йылда - юниорҙар йыйылма командаһы, ә өс йылдан милли йыйылма команда составына инә. Бәләкәй сағынан еңел атлетиканы үҙ иткән йәш спортсы төрлө ярыштарҙа, шул иҫәптән халыҡ-ара турнирҙарҙа әүҙем сығыш яһай һәм оло ҡаҙаныштарға өлгәшә.
2000 йылда спортсы Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, I һәм III урындарҙы яулай. 2003, 2004 йылдарҙа ла шул уҡ турнирҙа уңышлы сығыш яһай. 2000 йылда Галина Европа Кубогында ҡатнаша һәм икенсе урынға лайыҡ була.
2003 һәм 2004 йылдарҙа еңел атлет бер нисә тапҡыр донъя чемпионаттарында, Афинала уҙған Олимпия уйындарында ҡатнаша. 2005 йылда иһә Хельсинкиҙа донъя чемпионатының финалына үтә.
2006 йыл да Галина Богомолова өсөн ғәйәт уңышлы була. Ул Чикагола үткән марафонда сығыш яһап, Рәсәй рекордын ҡуя. Спортсының һөҙөмтәһенә (2.20.47) әле бер кемдең дә еткәне юҡ. 2008 йылда Рим ҡалаһында уҙған марафонда ла яҡташыбыҙ еңеү яулай. Ошо уҡ йылда еңел атлет Рәсәй олимпия йыйылма командаһы сос-
тавына инә һәм Пекинда Олимпия уйындарында ҡатнаша.
Талантлы Белорет спортсыһы - биш тапҡыр Рәсәй чемпионы, шоссе буйлап 25 һәм 30 саҡрым арауыҡҡа йүгереүҙә, марафондарҙа ил рекордсыһы. Эйе, уңышҡа юл еңел булмай. Тейешле шарттарҙың - кәрәкле спорт ҡорамалдары һәм инфраструктураның булмауы тренерҙарға, спортсыларға күп ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, Галина ҡара тырышлығы, ныҡымышлығы, тормош иптәше Александр Таһировтың, тренерҙары Татьяна һәм Евгений Сенченколарҙың, яҡындарының ярҙамы, кәңәштәре менән барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға.
- Үҙаллы күнекмәләрем шоссе, урман һуҡмаҡтары буйлап йүгереүгә ҡайтып ҡалыр ине. Әлбиттә, илдең йыйылма командаһы составына ингәс, әҙерлек башлыса икенсе ҡалаларҙа үтте. Белоретҡа ҡайтҡан осорҙа иһә 100 саҡрымда ятҡан Магнитогорск ҡалаһы стадионында шөғөлләндем. Бөгөнгө көндә ҡалала күнекмәләр өсөн шарттар ярайһы уҡ яҡшырҙы, стадионға яңы япма түшәлде. Шулай ҙа иркен майҙансыҡтарға, спорт залдарына мохтажлыҡ бар әле, - ти Рәсәй чемпионы.
Галина Богомолова яҡшы спортсы ғына түгел, дипломлы белгес тә. Спорт менән бер рәттән ул белем алыуға, үҙ-үҙен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бүлә. Яҡташыбыҙ Магнитогорск дәүләт педагогия университетын тамамлап, юғары белемгә эйә булған. Бынан тыш, иҫәпһеҙ-һанһыҙ марафондар, чемпионаттар араһында ғаилә ҡорорға ла, тормош иптәше менән Никита, Ксения, Степан исемле балалар тәрбиәләргә лә өлгөрә. Улар ҙа спорт өлкәһендә байтаҡ ҡаҙаныштарға өлгәшкән.
Әлеге ваҡытта Галина Богомолова ҡаланың олимпия резервы спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса тренерлыҡ эшмәкәрлеген дауам итә. Уның ҡул аҫтында тәрбиәләнгән йәш спортсылар бөгөн райондың ғына түгел, Башҡортостандың, Рәсәйҙең спорт ҡаҙаныштарын арттыра. Еңел атлетика буйынса республика, Волга буйы, Рәсәй чемпионаттары һәм Беренселектәре, кростар, марафондар беҙҙең йүгеректәрһеҙ уҙмай. Мәҫәлән, Никита Лисовский, Рәсәй йыйылма командаһы составында, былтыр июлдә Брест ҡалаһында үткән Союз дәүләтенең еңел атлетика буйынса матч осрашыуында бронза миҙалға лайыҡ булды. Өмөтлө еңел атлеттар Ксения Таһирова, Екатерина Кравцова, Дарья Кравцова, Михаил Душин, Александр Сорокин, Арина Сысоева, Варнава Симонов һәм башҡалар спорттағы ҡаҙаныштары, еңеүгә ынтылыштары менән һоҡландыра.
Һис шикһеҙ, Галина Богомолова йәш быуын өсөн үтә яуаплы, талапсан тренер ғына түгел, егет-ҡыҙҙарҙы илһамландырған, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмай ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән оло үрнәк тә. Остаздары ише донъя кимәлендә танылыу яулаған, рекордттар ҡуйған талантлы спортсылар тураһында яҡын киләсәктә ишетербеҙ әле!