Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль , 12:15

Тәнзилә Исраилова – тау саңғыһы буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы

Белорет тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова өс тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы.

Тәнзилә Исраилова – тау саңғыһы буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы
Тәнзилә Исраилова – тау саңғыһы буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы

Был хаҡта Башҡортостан вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Рәсәй чемпионаты Красноярскиҙа үтте. Яҡташыбыҙ «параллель слалом» дисциплинаһында Ленинград спортсыһын уҙып китте һәм еңеүгә өлгәште. 

«Был еңеү Тәнзиләнең оҫталыҡ кимәлен тағы бер тапҡыр раҫланы», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр, Башҡортостан спорты тарихында һуңғы 15 йылда тәүге тапҡыр, Тәнзилә Исраилова бер юлы ике дисциплинала («слалом» һәм «слалом-гигант») Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яуланы.

Автор:
Читайте нас