Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль , 19:05

Башҡорт биатлонсыһы Латыпов бронза яуланы

Сочиҙа үткән Берҙәмлек кубогының масс-стартында 15 километрлы дистанцияла биатлонсы Эдуард Латыпов уңышлы сығыш яһаны. Башҡортостан спортсыһы пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде, бронза миҙал яуланы.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Сочиҙа үткән Берҙәмлек кубогының масс-стартында 15 километрлы дистанцияла биатлонсы Эдуард Латыпов уңышлы сығыш яһаны. Башҡортостан спортсыһы пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде, бронза миҙал яуланы. Унан саҡ ҡына алдараҡ финишҡа Мәскәү өлкәһе вәкиле Кәрим Хәлили һәм Свердловск өлкәһенән Кирилл Бажин килде. Латыпов, атыу рубеждарында ике тапҡыр яңылышып, ярыш еңеүсеһенән 42,5 секундҡа ҡалышты.

Читайте нас