Спорт
2 Апреля , 09:42

Бронза миҙал яуланылар

Белорет күп профилле һөнәри (педагогия) колледжының III курс студенттары Алтынай Әхмәтйәнованы һәм Карина Заһиҙуллинаны билбау көрәше буйынса Республика чемпионатында бронза миҙал яулауҙары менән ҡотлайбыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Бронза миҙал яуланыларБронза миҙал яуланылар
Бронза миҙал яуланылар

Был яҡшы һөҙөмтә, сөнки спорт мастерлығына кандидат ҡыҙҙар районын һәм Белорет спорт мәктәбен лайыҡлы күрһәтеп кенә  ҡалманы, ә юғары спорт кимәлен дә раҫланы.
Бындай ҡаҙаныштар - ныҡышмалы күнекмәләр, ихтыяр көсө һәм тренерҙар, ата-әсәләр, етәкселек ярҙамы һөҙөмтәһе. Белорет спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкинаға, күп профилле һөнәри колледжы директоры Гөлшат Йомағужинаға спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙәре өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ.


Салауат ДАУЫТОВ,
тренер.

Автор: