+11 °С
Облачно


Железноводскиҙа тауҙа йүгереү буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтте. Был ярыштарҙа республика намыҫын Белорет спортсылары яҡланы, тип хәбәр иттеләр спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡатнашыусыларға 1400 метр бейеклектәге Бештау тауына менергә кәрәк ине. Спортсыларҙы ямғырлы һәм елле һауа торошо ҡурҡытманы, республикабыҙ командаһы яҡшы әҙерлек һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте. Юниорҙар араһында Әминә Шәғәлиева алтын миҙалға лайыҡ булды. Республиканың ике спортсыһы көмөш һәм бронза миҙал яуланы. Ксения Таһирова финишҡа икенсе булып килһә, Никита Лисовский өсөнсө урынды алды.