Спорт
8 Июня , 06:19

Республика "Хәүефһеҙлек мәктәбе" тамам

Белорет районында республиканың бөтә мөйөштәренән 24 команда вәкилдәрен йыйған “Хәүефһеҙлек мәктәбе” тамам.

Республика "Хәүефһеҙлек мәктәбе" тамамРеспублика "Хәүефһеҙлек мәктәбе" тамам
Республика "Хәүефһеҙлек мәктәбе" тамам

Бер нисә көн дауамында 12-17 йәшлек үҫмерҙәр етәкселәре менән бергә ҙур ялан лагеры йәйелдереп ебәрҙе, көндәлек танышыуҙар, осрашыуҙар күнекмәләр, дистанциялар үтеү, еңеүҙәрҙән ҡыуаныс һәм хаталар өҫтөндә эштәр менән тулылана. Бында дуҫлыҡ һәм берҙәмлек барлыҡҡа килә.

Балалар спорт ориентирлашыуында, ҡатнаш көс күнегеүендә, янғын эстафетаһында, кроста, беренсе ярҙам күрһәтеүҙә, ҡаршылыҡтар һыҙатында, шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә бөтә белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Иң ауыр маршруттарҙың береһе булғанын да еңеп сыҡтылар. Травмаһыҙ!

Шулай уҡ Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса викторинала, команда менән таныштырыу, иң яҡшы стена гәзитенә ярышта ла үҙҙәрен күрһәтте.

Ете көн берләшеү, ғәйәт ҙур тәжрибә һәм белем алыу, дистанцияларҙағы ҡатмарлыҡтарҙы ғына түгел, ә үҙ-үҙеңде еңеп сығыу өсөн иҫ киткес мәл булды. Был онотолмай. Һәм был, һис шикһеҙ, характерҙы нығыта. Еңелеүселәр юҡ. Башҡаларҙан бер аҙ яҡшыраҡ сығыш яһаған һәм үҙҙәрен күрһәткән еңеүселәр билдәләнде.

15-17 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында беренсе урынды — Белорет ҡалаһы вәкилдәре, екенсене — Яңауыл районы командаһы, өсөнсө урынды Өфө ҡалаһы командаһы яуланы.

12-14 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәне Нефтекама ҡалаһы командаһы күрһәтте, икенсе урынды — Мишкә районынан, өсөнсө урынды Өфө ҡалаһы командаһы яуланы.

Ярыштарҙа еңеүселәр 20 июндән 26-һына тиклем Мордва Республикаһында үтәсәк төбәк-ара ярыштарҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев еңеүселәрҙе бүләкләне, ҡатнашыусыларҙың маҡсатҡа ынтылышын һәм яҡшы әҙерлеген билдәләне.

"Сараны юғары ойошторған өсөн Белорет районы хакимиәтенә, судьялар коллегияһына, команда етәкселәренә һәм ирекмәндәргә рәхмәт белдерәм", - тине етәксе.

Автор:
Читайте нас