Спорт
18 Июня , 11:01

Донъя чемпионаты призерҙары

Азалия Абсадыева  һәм Сабина Әхмәтйәнова билбау көрәше буйынса Донъя чемпионаты призерҙары!

Донъя чемпионаты призерҙарыДонъя чемпионаты призерҙары
Донъя чемпионаты призерҙары

9-12 июндә Үзбәкстандың  боронғо Фирғәнә ҡалаһында билбау көрәше буйынса Донъя чемпионаты үтте. Көс, рух һәм спорт оҫталығының ысын байрамына әйләнгән турнирҙа планетаның бөтә мөйөштәренән атлеттар йыйылды. Район, республика һәм Рәсәй намыҫын  Белорет районының олимпия резервындағы спорт мәктәбенән ике йәш спортсы  Азалия  Абсадыева һәм Сабина Әхмәтйәнова яҡланы.

Был донъя беренселегенә юл оҙон һәм ауыр була. 24 майҙан 8 июнгә тиклем спортсылар Мәскәү өлкәһендә остаздар етәкселегендә техникаһын камиллаштыра һәм көслө дәғүәселәре менән алыштарға әҙерләнә.

Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне.

Сабина Әхмәтйәнова бер юлы ике дисциплинала көмөш миҙал яуланы. 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында билбаулы көрәш (азия көрәше) буйынса ярыштарҙа ла, билбау көрәше буйынса Донъя чемпионатында ла почетлы  II урын яуланы.

Азалия Абсадыева шулай уҡ еңеүгә ҙур ынтылыш күрһәтеп, 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында билбаулы көрәш турнирында һәм Донъя чемпионатында ике бронза миҙал яуланы.

Бындай ҡаҙаныштар - ул ғәйәт ҙур хеҙмәт, дисциплина һәм фиҙаҡәрлек һөҙөмтәһе. Спортсыларыбыҙҙың абруйлы халыҡ-ара турнирҙарҙа миҙалдар яулауы юғары әҙерлек кимәле һәм ҙур потенциал тураһында һөйләй.

“Абҙаҡ мәктәбе директоры Розалия Төхвәтуллинаға, Байым мәктәбе директоры Зилә Зариповаға, спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкинаға, ата-әсәләргә матди ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт.  Азамат Абсадыев матди ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмай, команданы үҙ автомобилендә Үзбәкстанға алып бара. Бөтә ҡатнашыусыларға ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем”, - ти тренерҙары Салауат Дауытов.

Автор:
Читайте нас