Спорт
6 Июля , 07:19

Спортсыға уңыштар теләйбеҙ

4 июлдән 11-енә  тиклем Мәскәү өлкәһендә ҙур күләмле ярыштар үтте.

Спортсыға уңыштар теләйбеҙСпортсыға уңыштар теләйбеҙ
Спортсыға уңыштар теләйбеҙ

Бәләкәй калибрлы ҡоралдан атыу буйынса Рәсәй чемпионаты һәм пневматик ҡоралдан атыу буйынса Рәсәй кубогы этаптарында яҡташыбыҙ, Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, спорт мастеры Матвей Потапов ҡатнашты.

Ярыштарҙың беренсе көнөндә үк Матвей ике көмөш миҙал яулап, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте!

"Өс торошта атыу" олимпиада күнекмәһендә (тубыҡланып, ятып һәм баҫып) Матвей финал көрәшендә тик Белгород өлкәһе вәкиле Сергей Новоселовтан ғына ҡалышып, II урынды яулай.

Пневматик винтовканан атыуҙа спортсы шулай уҡ пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелә, был юлы уны Липецк өлкәһенән Александр Васильев уҙып китә.

Ил чемпионатында көмөш миҙалдар - спортсыбыҙҙың юғары әҙерлеген раҫлаусы ҙур уңыш. Матвейҙы алда тағы ла етдиерәк бурыстар көтә. Чемпионат тамамланғандан һуң ул Ҡытайҙа Донъя кубогы этабында ҡатнаша, ә көҙҙән олимпия квоталары өсөн көрәш башлана. Матвей беҙҙең районды һәм бөтә илде халыҡ-ара аренала лайыҡлы күрһәтәсәгенә һәм Олимпия уйындарына юллама өсөн көрәшәсәгенә ышанабыҙ!

Матвейҙың тренеры Анатолий  Посаженниковҡа профессионализмы, түҙемлеге һәм тәрбиәләнеүсеһенә ышанысы өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.

Автор:
Читайте нас